10:37 (UTC+5), 21 Август 2026

Республикала стратегик объекттарҙы һаҡлау көсәйтелә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктең оператив штабы ултырышын үткәрҙе. Унда министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, шулай уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм оператив хеҙмәттәр вәкилдәре ҡатнашлығында стратегик объекттарҙы һаҡлауҙы көсәйтеүҙе тикшерҙеләр.

Фото: Азат Мөхәмәтйәнов | БР Башлығы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте
Ләйлә Аралбаева

Республика етәксеһе пилотһыҙ һауа суднолары ярҙамында террористик һөжүмдәрҙе кире ҡағыуҙа ҡулланылған техника һәм ҡорамалдар өлгөләре менән танышты.

– Предприятиеларҙы пассив һаҡлау үҙенең һөҙөмтәле булыуын күрһәтә, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Беҙ өҫтәп бер нисә ҡарар ҡабул иттек һәм күкте һаҡлау бурысы йөкмәтелгән «БАРС» отрядтарын көсәйттек. Был эште артабан да камиллаштырасаҡбыҙ.

Ултырышта республика етәксеһе пилотһыҙ осоу аппараттарына ҡаршы торған һәм террористик акттар эҙемтәләрен бөтөрөү менән шөғөлләнгән оператив хеҙмәттәр һәм ведомстволар белгестәренә Башҡортостан Башлығының рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Башҡортостан Башлығы дошман БПЛА-лары һөжүменең көсәйеүенә бәйле өҫтәмә хәүефһеҙлек сараларын ҡабул итеү кәрәклеген билдәләне.

– Һуңғы аҙнала дошман пилотһыҙ һауа суднолары ярҙамында бер нисә тапҡыр һөжүм итте. Республика биләмәһендә тәүге тапҡыр логистик үҙәк БПЛА-нан зыян күрҙе, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ алдан уҡ ошондай объекттарҙы һаҡлау буйынса саралар ҡабул иткәйнек. 

Шуға ҡарамаҫтан, уларҙың хужалары менән бергә кешеләрҙең һәм производстволарҙың именлеген тәьмин итеү буйынса өҫтәмә саралар күрергә кәрәк.

Ултырышта шулай уҡ иҡтисадтың бер нисә тармағының эше һәм инфраструктура объекттарын теракттарҙан һаҡлау мәсьәләләре ҡаралды. Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса предприятиелар һәм ойошмалар етәкселәре өсөн тейешле тәҡдимдәр әҙерләнде.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика