09:13 (UTC+5), 13 Июля 2026

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Иван Вавилов

Башҡортостан Башлығы БР хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республикала бензинға бәйле хәлгә аңлатма бирҙе. Хәбиров һүҙҙәренсә, автомобиль яғыулығы баҙарындағы хәл «халыҡты ныҡ борсой һәм көслө ризаһыҙлыҡ тыуҙыра».

«Уҙған аҙнала беҙ заправкаларҙы тәьмин итеү өсөн тейешле саралар күрҙек. Трассаларҙа, ҙур ҡалаларҙа һәм тораҡ пункттарҙа, Өфөлә хәлде тотороҡландырҙыҡ, ләкин алыҫ райондарҙағы һәм ҡайһы бер ауыл биләмәләрендәге хәл мине бик борсой, Илшат Илдус улы, (БР вице-премьеры — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов — ред. иҫкәрмәһе) һеҙгә бының менән әүҙем шөғөлләнергә кәрәк. Хәҙер ураҡ өҫтө башлана, ҡайһы бер ауылдарҙың заправкаларында дизель юҡ. Ә бөгөн иртән миңә Өфө эргәһендәге бер нисә заправкала бензин булмауын әйттеләр. Дизель бар, ә бензин юҡ. Беҙгә ошо хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк. Бер үк ваҡытта террористик һөжүмгә ҡаршы торорға. Оператив штабта предприятиеларҙың пассив һәм әүҙем хәүефһеҙлеген артабан көсәйтеү тураһында һөйләшербеҙ. Бының менән иртәнән кискә тиклем шөғөлләнергә кәрәк, хәҙер халыҡты ошо мәсьәлә генә борсой», — тине ул.

БР вице-премьеры — сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев хәбәр итеүенсә, әлегә халыҡтың социаль ихтыяждарын тәьмин итеү, шулай уҡ экстрен һәм коммуналь хеҙмәттәрҙең эше тәүге урында тора.

 «Оперштаб яғыулыҡты канистрҙарға һәм башҡа һауыттарға ҡойоп һатыуҙы тыйыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Иң көсөргәнешле хәл 26-28 июндә күҙәтелде. Өфөлә генә һәр заправкала яҡынса 50 машина сиратта торҙо. Стәрлетамаҡта, Нефтекамала һәм Күмертауҙа ла хәл ҡатмарлы булды, ләкин ҡарарҙар ҡабул ителгәндән һуң хәл яйға һалынды. 7 июлдә Өфөлә бер АЗС-та унлаған машина сиратта тора ине. Эре ҡалаларҙа һәм күпселек муниципалитеттарҙа хәл тотороҡланды», — тине Шельдяев.

Ләкин, Шельдяев һүҙҙәренсә, 10 июлдән АЗС-тарҙа автомобилдәрҙең артыуы күҙәтелә.

«Был 26-28 июндәге күрһәткестәрҙән кәмерәк, әммә шул уҡ ваҡытта заправкалағанда водителдәргә ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Шәхси АЗС-тар биржала яғыулыҡ һатып алыу менән ҡыйынлыҡтар кисерә, шуға күрә ошо компанияларҙың яғыулыҡ ҡойоу станциялары ябыҡ. «ЛУКОЙЛ-Уралнефтепродукт»тың логистик ҡатмарлыҡтар арҡаһында үҙенең заправкаларында физик шәхестәргә бензин биреүҙе кәметеүе лә был хәлгә йоғонто яһаны. Райондарҙа республиканың власть органдары һәм муниципаль хакимиәттәр менән берлектә хәлде контролдә тотабыҙ. Иртәгәнән «ЛУКОЙЛ-Уралнефтепродукт» поставкаларҙы иҫәпкә алып АЗС-тарға бензин оҙатыуҙы арттырырға ниәтләй», — тип белдерҙе Шельдяев.

Башҡортостан Башлығы идара итеү командаһына ҙур нефть эшкәртеү заводтары менән тығыҙ эш алып барырға ҡушты.

«Беҙҙең биләмәлә ике ҙур нефть эшкәртеү үҙәге – ГПНС һәм «Башнефть» бар. Беҙҙә яғыулыҡ булһын өсөн улар менән эште дауам итергә кәрәк. Ошо предприятиеларҙың эшләүенә ҡарамаҫтан, ни өсөн беҙҙә бензиндың етмәүе халыҡта аптырау тыуҙыра», — тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская мәғлүмәттәре буйынса, республика халҡын ауыл хужалығында яғыулыҡҡа бәйле хәл ныҡ борсоуға һала.

«Урта һәм эре компаниялар яғыулыҡ менән тәьмин ителгән, АЗС-тарҙа заправкаланған шәхси ярҙамсы хужалыҡтар ғына ҡала. 12 нефть базаһы беҙгә ваҡ күмәртә менән һата», — тине БР вице-премьеры — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика