06:25 (UTC+5), 10 Июля 2026

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған көнө менән ҡотланы. Өс йыл элек, 2023 йылдың июлендә, ул үҙенең тәүге пациентын ҡабул иткәйне.

Фото: Азат Мөхәмәтйәнов | Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте
Азат Ғиззәтуллин

Ошо ваҡыт эсендә Өфөлә паллиатив ярҙам, хәстәрлек һәм мәрхәмәтлек үҙәге асылды, республика уның менән хаҡлы рәүештә ғорурлана.

Республика етәксеһе хеҙмәткәрҙәргә, ирекмәндәргә һәм ойошмаға ярҙам итеүселәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерҙе.

– Өс йыл элек ошондай иҫ киткес учреждение булдырҙыҡ. Ошо ваҡыт эсендә бында 2 меңдән ашыу оло кешегә һәм 500 балаға ярҙам күрһәтелгән, – тине Радий Хәбиров. – Хоспис коллективы ҡыҙыҡлы һәм сағыу. Ә иң мөһиме – һеҙ ҙур изге йөрәкле. Учреждение етәкселегенә, ирекмәндәренә рәхмәт. Был эш күп ваҡыт һәм көс талап итә, әммә бергәләп бик яҡшы эш башҡарабыҙ һәм үҙебеҙ ҙә яҡшыраҡ, таҙараҡ, изгелеклерәк була барабыҙ. Тыуған көнөң менән, хоспис!

Башҡортостан Башлығы төҙөүселәргә, меценаттарға рәхмәт һүҙҙәрен әйтте һәм хоспис хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

«Өфө хосписы» хәйриә фондының попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбирова ла баш ҡала хосписы командаһына ҡотлау һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте.

– Барығыҙҙы ла ошо байрам менән ҡотлайым. Йөрәктәрегеҙҙә мөхәббәттең бер ҡасан да һүрелмәүен теләйем. Һөйөү менән ни тиклем күберәк уртаҡлашабыҙ, ул шул тиклем арта бара, ә беҙҙең йөрәктәр гармония һәм йылылыҡ менән тула. Һәр берегеҙ алдында баш эйәм. Беҙгә ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәт, – тине Каринэ Хабирова.

Азат Мөхәмәтйәнов | Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтеАзат Мөхәмәтйәнов | Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте
Фото: Азат Мөхәмәтйәнов | Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте

Каринэ һәм Радий Хәбировтар биш ирекмәнгә «Башҡортостан ирекмәне» почет билдәһен, Гөлнара Ғәниеваның ата-әсәһе Рәйсә һәм Ринат Шәмсетдиновтарға Өфө хосписының махсус билдәһен тапшырҙы.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика