«Ошо күркәм байрамда – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә ҡатнашыусыларҙың барыһын да ысын күңелдән сәләмләйем. Бөрөлә был байрамды етенсе тапҡыр үткәрәбеҙ.
Ҡәҙерле бөрөләр, беҙҙән, байрам ҡунаҡтарынан ихлас ҡунаҡсыллығығыҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ. Рәхмәт һеҙгә. Еңел булмаған ваҡытта һәр кешегә таяныс кәрәк. Беҙ уны туғандарыбыҙҙа, яҡындарыбыҙҙа, шулай уҡ күп милләтле ҙур илебеҙҙә табабыҙ. Бөгөн алдыбыҙҙа торған төп бурыс – егеттәребеҙ иҫән-һау ҡайтһын тип, ЕҢЕҮ ӨСӨН БАРЫҺЫН ДА ЭШЛӘРГӘ. Бының өсөн ярҙам, терәк булыу һәм мөхәббәт мөһим. Һәр кем үҙ эшенә намыҫлы ҡарарға тейеш. Шуға күрә мәҙәниәт йорттары, мәктәптәр, балалар баҡсалары төҙөйбөҙ, ҡалаларҙы һәм ауылдарҙы тәртипкә килтерәбеҙ. Быларҙың барыһын да, кешеләр Башҡортостанда йәшәргә теләһен, йәштәр бында ғаилә ҡорһон һәм балалар тәрбиәләһен өсөн эшләйбеҙ. Бына бөгөн Карина һәм Константин Гребенщиковтарҙың ғаиләһе барлыҡҡа килде. Бындай ғаиләләр күберәк булһын ине.
Барығыҙға ла тыныслыҡ, изгелек, именлек теләйем. Ҡәҙерле яҡташтар, өйөгөҙҙә һәр саҡ йылы һәм мөхәббәт булһын», – тине Радий Хәбиров.
Республика Башлығының тормош иптәше Каринэ Хәбирова ла Башҡортостан халҡын байрам менән ҡотланы.
«Ғаилә беҙҙе тормош юлыбыҙҙың башында уҡ ҡаршы ала, ғүмер буйы оҙатып бара һәм беҙҙең менән мәңгегә ҡала. Был беҙ балаларыбыҙға һәм киләсәк быуындарға тапшырғандарҙың иң ҡиммәтлеһе», – тине Каринэ Хәбирова.
Башҡортостан Башлығы ишле ғаиләләргә дәүләт наградаларын тапшырҙы. Йылайыр районынан 10 бала әсәһе Фәнзиә Таҡалова, шулай уҡ Нефтекаманан 10 бала әсәһе Анжелика Шумутбаева «Герой-әсә» исемен алды.
Башҡортостандың йәнә алты күп балалы ғаиләһе «Ата-әсәлек даны» ордены һәм ошо ордендың миҙалы кавалерҙары булды.
Республика Башлығы шулай уҡ Дүртөйлө ҡалаһы хакимиәте башлығы Илмир Гәрәевҡа «Ғаиләгә һәм балаларға дуҫ ҡала» наградаһын тапшырҙы.
Радий һәм Каринэ Хәбировтар сәхнәнән йырсылар Айым һәм Рим Рәхимовтар ғаиләһендә тыуасаҡ дүртенсе сабыйҙың енесен иғлан итте. Ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләгән ғаилә малай көтә. Айым – «Тамыр» йыр студияһы етәксеһе, Рим – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Башҡорт опера һәм балет театры солисы.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.