16:46 (UTC+5), 06 Июля 2026

Башҡортостанда Дәүләт Думаһына һайлауға әҙерлек башланды

Шулай уҡ сентябрҙә Өфө ҡала советы депутаттарын һайлайҙар.

Фото: Валерий Шахов | Башинформ
Элина Әхмәтова

2026 йылдың 18-20 сентябрендә Рәсәйҙә Дәүләт Думаһына һайлау үткәрелә, бер үк ваҡытта Башҡортостанда Өфө ҡала советына, шулай уҡ Урал аръяғы округынан республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар, Ауырғазы һәм Белорет райондарында ике ауыл советы депутаттарын һайлау, һәм тағы 36 урындағы үҙидара вәкилдәрен өҫтәмә һайлау бурысы тора. Был хаҡта Республикаға идара итеү үҙәгендә уҙған оператив кәңәшмәлә республика Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов һөйләне.

Һайлауға әҙерлек эшен 69 территориаль һәм 3249 участка һайлау комиссияһы алып бара. Бөтә һайлау кампанияларында 2 964 457 кеше, шул иҫәптән «Мобиль һайлаусы» сервисы аша тауыш бирә ала.

Һайлау участкаларында тауыш биреү процесының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн 1516 стационар һәм 1822 ҡул металл детекторҙарын файҙаланыу планлаштырыла. Электр энергияһы һүнгән осраҡта территориаль комиссиялар биналарында генераторҙар ҡуйыла. Муниципалитет хакимиәттәре ғәҙәттән тыш хәлдәр осрағына һайлау өсөн запас биналар әҙерләй.

Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауҙа видеокүҙәтеү һәм видеотеркәү файҙаланыла. Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы һайлау участкалары өсөн – 1321, территориаль комиссияларҙың 69 бинаһын билдәләне. Башҡа участкаларҙа видеорегистраторҙар ҡулланыла.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика