Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың пленар ултырышында депутат Гөлнур Ҡолһарина вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатты. Ул «Башинформ»ға үҙенең ҡарарын «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондындағы эшкә баҫым яһау кәрәклеге менән аңлатты.
«Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың пленар ултырышында депутат вәкәләттәрен һалдым. Беҙ ҡатмарлы, саҡырыуҙар заманында йәшәйбеҙ. МХО-ла ҡатнашыусыларға, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү эшмәкәрлеге күп көс, иғтибар талап итә. Беҙҙә яңы эшмәкәрлек йүнәлештәре барлыҡҡа килә, яңы проекттарҙы бойомға ашырабыҙ, үҫтерәбеҙ. Эшебеҙҙең девизы – «Барыһы ла Еңеү өсөн!», — тип билдәләне Гөлнур Ҡолһарина.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы белешмәһе
Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһарина ике саҡырылыш дауамында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутат итеп һайланды. Үҙенең эшмәкәрлеге ваҡытында ул закондар сығарыу процесында әүҙем ҡатнашты, халыҡтың социаль яҡтан яҡланмаған ҡатламына, күп балалы ғаиләләргә, йәштәргә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың яҡындарына ярҙам итеүгә йүнәлтелгән бик күп закондар сығарыу тәҡдимдәре индерҙе.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.