04:22 (UTC+5), 20 Мая 2026

Яһалма интеллект өсөн яуаплы: Радий Хәбиров Башҡортостандың яңы вице-премьеры менән таныштырҙы

Фото: матбуғат хеҙмәте | Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте
Азат Ғиззәтуллин

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала яһалма интеллектты индереү буйынса стратегик сессияла яңы кадрҙар тәғәйенләү тураһында иғлан итте.

«Республика хөкүмәтенә яңы премьер-министр урынбаҫары килә, ул яһалма интеллектты индереү һәм ошо мәсьәләләрҙә ведомстволарҙы координациялау өсөн яуап бирә. Һеҙҙе бик күп федераль башланғыстарға һәм яһалма интеллект өлкәһендәге программаларға нигеҙ һалған тәжрибәле эксперт Олег Александрович Ли менән таныштырам», – тип билдәләне Радий Хәбиров.

«Башинформ»ға билдәле булыуынса, әлегә тиклем Олег Ли Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте ҡарамағындағы Яһалма интеллектты үҫтереү милли үҙәге директоры урынбаҫары, яһалма интеллектты үҫтереүҙең милли стратегияһын ғәмәлгә ашырыу мониторингы төркөмө етәксеһе вазифаһын биләне.

Белешмә

Ли Олег Александрович 1994 йылдың 18 апрелендә Үзбәкстандың Ташкент өлкәһе Ангрен ҡалаһында тыуған. «Юғары иҡтисад мәктәбе» Милли тикшеренеү университетын (бакалавриат) һәм «Дәүләт һәм муниципаль идара итеү» һөнәре буйынса Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетын (магистратура) тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2016 йылда Рәсәй Федерацияһы Иҡтисади үҫеш министрлығының Көйләүсе йоғонтоно баһалау департаментының баш белгес-эксперты булып башлай.

2018-2019 йылдарҙа – Рәсәй Федерацияһы Финанс министрлығының Дәүләт идаралығы, суд системаһы, дәүләт граждан хеҙмәте өлкәһендә бюджет сәйәсәте департаментының баш белгес-эксперты, консультанты.

2020-2021 йылдарҙа – «Росэксимбанк» акционерҙар йәмғиәтенең проект офисы эксперты, өлкән эксперты.

2021-2022 йылдарҙа – проекттар етәксеһе, «Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы аналитик үҙәк» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошманың «Яһалма зиһен» федераль проектын тормошҡа ашырыу буйынса экспертиза үҙәге төркөмө етәксеһе.

2022-2024 йылдарҙа – «Юғары иҡтисад мәктәбе» Милли тикшеренеү университетының Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Яһалма интеллектты үҫтереү милли үҙәге төркөмө етәксеһе.

2025-2026 йылдарҙа – «Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы аналитик үҙәк» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошманың Яһалма интеллектты үҫтереү үҙәге кәңәшсеһе.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика