06:45 (UTC+5), 30 Апреля 2026

Өфөлә рус-ҡырғыҙ мәктәптәрен асыу мәсьәләһе тикшерелде

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ»
Азат Ғиззәтуллин

29 апрелдә Өфөлә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов һәм Ҡырғыҙстандың мәғариф министры Догдуркул Кендирбаева уртаҡ мәктәптәр төҙөү мәсьәләһе буйынса ике яҡлы кәңәшмә үткәрҙе. Фекер алышыуҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылда Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Ҡырғыҙстан Республикаһының Министрҙар кабинеты Ҡырғыҙстанда рус телле туғыҙ дөйөм белем биреү ойошмаһын асыу тураһында килешеү төҙөгәйне. М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты дәүләт заказы буйынса ошо мәктәптәр өсөн педагогик состав, уҡыу пландары һәм методик әсбаптар әҙерләй. Кәңәшмәне асып, Сергей Кравцов Башҡортостан һәм Аҡмулла университеты етәкселегенә халыҡ-ара проекттарҙы тормошҡа ашырғандары өсөн рәхмәт белдерҙе, шулай уҡ 2027 йылдың 1 сентябренә тәүге өс уртаҡ мәктәпте асырға йыйыныуҙары тураһында әйтте.

– Өфөгә ҡырғыҙ мәктәптәре директорҙары килде, улар республиканың мәғариф өлкәһендәге бай тәжрибәһен өйрәнә, – тине Рәсәйҙең мәғариф министры. – Рәсәй делегацияһын яуап сәфәре менән Ҡырғыҙстанға ебәрергә тәҡдим итәм. Бындай хеҙмәттәшлек ике ил уҡытыусыларына файҙаға ғына буласаҡ.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, Ҡырғыҙстан Республикаһы – Башҡортостандың төп ун партнеры иҫәбендә:

– Беҙҙе уртаҡ мәҙәниәт, тел, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәр, берлектәге гуманитар проекттар бәйләй. Беҙҙең вуздарҙа Ҡырғыҙстандан 200-ҙән ашыу студент белем ала, – тип билдәләне республика Башлығы. – Ҡырғыҙстанда рус телле мәктәптәр асыу проекты, һис шикһеҙ, илдәребеҙҙең стратегик партнерлығын нығытыу өсөн оло әһәмиәткә эйә. Беҙ белем биреү өлкәһендәге асыштар һәм инновациялар менән уртаҡлашасаҡбыҙ. Шул рәүешле үҙ-ара дуҫлыҡ һәм тығыҙ хеҙмәттәшлек традицияларын дауам итербеҙ тип ышанам.

Ҡырғыҙстандың мәғариф министры Догдуркул Кендирбаева Рәсәй коллегалары менән мәғариф өлкәһендә үҙ-ара эш итеүҙең юғары кимәлдә булыуын билдәләне һәм уртаҡ, шул иҫәптән Башҡортостандың мәғариф ойошмалары ҡатнашлығындағы проекттарҙы артабан үҫтереүгә ҡыҙыҡһыныу белдерҙе.

– Илдәребеҙ араһында һәйбәт мөнәсәбәттәр булдырылған, иң яҡшы тәжрибәләрҙе индереү һәм тәжрибә уртаҡлашыу иҫәбенә мәғариф өлкәһендә хеҙмәттәшлек нығынырға тейеш, – тине Догдуркул Кендирбаева. – Ҡырғыҙстанда рус теле фән, мәҙәниәт һәм сәнғәт теле булараҡ мөһим әһәмиәткә эйә.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика