

— Үзбәкстан Президенты менән осрашыу тамамланды. Нимә хаҡында һүҙ барҙы?
— Ташкент өлкәһе хакимы Зойир Тоир улы Мирзаев менән Үзбәкстан Президентына 2026 йылда тормошҡа ашырылған ҡарарҙар хаҡында һөйләнек. Илдәребеҙ араһында тауар әйләнеше арта, бизнес үҙенең бәйләнештәрен киңәйтә. Беҙ һәр саҡ әһәмиәтле уңышты һәм республикабыҙҙы үҫтереүҙе күҙ уңында тотҡан ҙур, флагман проекттарына ынтылабыҙ. Бында иң элек Ташкент өлкәһендә «Бекабад» индустриаль технопаркы төҙөлөшө тураһында һүҙ алып барабыҙ.
Үзбәкстан Президентына мин дөйөм майҙаны яҡынса 25 мең квадрат метр тәшкил иткән тәүге биналарҙы проектлауҙы тамамлау тураһында һөйләнем. Проект ябай түгел, әммә ҡыҙыҡлы. Әйткәндәй, беҙ бында эшләргә әҙер булған 5 резидент таптыҡ.
Әлбиттә, республикабыҙҙа Үзбәкстандан бизнес көтәбеҙ. Һөйләшеүҙә ошо темаға ла ҡағылдыҡ. Һүҙ күмәртә-бүлеү складтарын булдырыу һәм төҙөү хаҡында бара. Үзбәкстан үҙенең емеш-еләктәре һәм йәшелсәләре менән дан тота. Уларҙы һатыу өсөн логистик складтар кәрәк. Бында республика хаб булып сығыш яһай, унан продукция бөтә Рәсәйгә оҙатыла.
Бынан тыш, Үзбәкстанда махсус иҡтисади зоналарыбыҙҙың береһендә көнкүреш приборҙары заводын төҙөргә әҙер булған партнер таптыҡ. Ғөмүмән, Үзбәкстан Президенты менән йылы мөнәсәбәттәр барлыҡҡа килә. Башҡортостанға ул айырыуса яҡшы мөнәсәбәттә, сөнки беҙҙең халыҡтарҙың уртаҡ яҡтары күп, был беҙҙе берләштерә.
— Һеҙ Үзбәкстан премьер-министры Абдулла Арипов менән дә осраштығыҙ. Был осрашыуҙың һөҙөмтәләре ниндәй?
— Эйе, Рәсәй хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Денис Мантуров етәкселегендәге илебеҙ делегацияһы составында Үзбәкстан хөкүмәте премьер-министры менән осраштыҡ. Бик мөһим теманы тикшерҙек. Ташкент өлкәһендә етди туристик тармаҡ булдырылған, бында ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы юғары кимәлдә, һәйбәт тау саңғыһы трассаларында шыуырға мөмкин, лайыҡлы ял шарттары, сифатлы туҡланыу һәм абсолют хәүефһеҙлек. Был туристар өсөн мөһим. Шуға күрә халҡыбыҙ өсөн ошо матур илде асырға теләйбеҙ. Тиҙҙән бында тағы ла бер бизнес-миссияны – туроператорҙарҙы ебәреү уйы бар.
— Уртаҡ менталитетыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ, телебеҙҙең оҡшаш булыуын да әйтеп үтәйек...
— Эйе, барыһы ла дөрөҫ. Бында шуға иғтибар иттем: кешеләргә ихтирамлы мөнәсәбәт күҙгә ташлана. Сөнки хәүефһеҙлек мәсьәләһе үтә мөһим. Минеңсә, был беҙҙең партнерҙарҙың яҡшы өҫтөнлөгө булып тора.
— Денис Мантуров Үзбәкстандағы коллегаһы менән Башҡортостан стендын ҡараны, республикабыҙҙың «Буринтех» компанияһы менән танышты. Тап ул – «Бекабад»тың буласаҡ резиденттары иҫәбендә. Был хаҡта нимә әйтерһегеҙ?
— Мин Үзбәкстан президентынан «Буринтех»тың эшен хуплауын һораным. Бөгөн ул – донъяла быраулау һәм ремонт-сважина ҡорамалдарын эшләүселәрҙең һәм етештереүселәрҙең береһе. Башҡортостандың ошо компанияһы Үзбәкстанда быраулау баҙарында эшләргә ҡарар итте. Беҙ быны хуплайбыҙ. Бынан тыш, «Буринтех» етәкселеге бында үҙенең производствоһын урынлаштырырға әҙер, шуға күрә был мәсьәләне лә тикшерҙек.
— Башҡортостан технопарктар темаһын әүҙем үҫтерә. Мәҫәлән, Өфөлә Белоруссияның «Амкодор»ы менән технопарк бар. Сиратта – Үзбәкстандағы технопарк. Был йәһәттән тағы ниндәй пландар бар?
— Тағы бер тапҡыр ҡабатлайым: беҙ башҡа ГОСТ менән, икенсе дәүләттең биләмәһендә, башҡа юрисдикцияла эшләйәсәкбеҙ һәм башҡалар. Шуға күрә бында бик һаҡ булырға, бөтәһен дә ентекле күҙәтергә һәм контролдә тоторға кәрәк. «Бекабад» тураһында һүҙ алып барғанда, беҙҙә бында идара итеүсе Башҡортостан компанияһы бар, беҙ уны Үзбәкстан ҡануниәте буйынса теркәнек. Алда –Башҡортостанды көсәйтеү маҡсатын ҡуйған ҙур иҡтисади проект. Шулай ҙа был беҙҙең өсөн тәүге тәжрибә булыуын да онотмайыҡ. Шуға күрә мин быға бик һаҡ ҡарайым.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.