

Өфөнөң Совет районы суды ришүәтселектә һәм мутлашырға маташыуҙа ғәйепләнгән етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Алексей Локотченкоға (1995 йылғы) ҡарата асылған енәйәт эшен ҡараны.
Башҡортостан судтарының берләштерелгән матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ғәйепләнеүсе һәм уның танышы енәйәт эҙәрлекләүе аҫтындағы ҡатын-ҡыҙға Рәсәй Оборона министрлығының вазифалы кешеләренә ришүәт тапшырғанда аралашсы булырға тәҡдим иткән. 10 миллион һумға ул таныш ҡатынға хәрби хеҙмәттә булмайынса уны үтеү тураһында ялған контракт төҙөргә вәғәҙә иткән, был ғәмәл ҡатын-ҡыҙға ҡарата тикшереүҙе туҡтатып тороуға һәм артабан уны енәйәт яуаплылығынан азат итеүгә килтерер ине.
Бынан тыш, ғәйепләнеүсе хәрби билет биргән өсөн хәрби комиссарға ришүәт итеп тапшырыу өсөн таныш ҡатындан 200 мең һум аҡса һораған. Ләкин ул вазифалы кешегә аҡсаны бирергә йыйынмаған.
Ғәйепләнеүсе ғәйебен өлөшләтә таныған. Суд ҡарары менән ул ғәйепле тип табылған һәм 10 йылға ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына хөкөм ителгән. Хөкөм ҡарары законлы көсөнә инмәгән.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.