08:44 (UTC+5), 23 Марта 2026

Башҡортостан Башлығы Ришат Халиҡовты маҡтаулы исем менән бүләкләне

Фото: скриншот | Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһе
Ләйлә Аралбаева
скриншот | Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһескриншот | Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһе
Фото: скриншот | Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһе

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле кәңәшсеһе Ришат Халиҡовҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирҙе.

— Беҙҙең өлкән иптәшебеҙгә, республика идара итеү командаһында күп йылдар ағза булып торған хөрмәтле Ришат Нурахман улы Халиҡовҡа 80 йәш тулды, — тип белдерҙе республика етәксеһе.

Ришат Халиҡов компетентлыҡ, профессионализм, республикабыҙға тоғро хеҙмәт итеү өлгөһө булып тора, тип билдәләне республика Башлығы.

– Беҙ һеҙҙе ныҡ ихтирам итәбеҙ, – тине Радий Хәбиров.

Ришат Норахман улы бүләкләүҙән һуң үҙенең ҡартаймауының серен әйтте.

— Сер шунда: мин 1995 йылдан алып тыуған республикама хеҙмәт итәм. Иң һөҙөмтәле, әүҙем эшләгән хөкүмәт – тап беҙҙә, — тип билдәләне Ришат Халиҡов. — Ҡайҙа ғына эшләһәм дә, Башҡортостан Республикаһынан булыуым менән һәр саҡ ғорурландым.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2026-03-23/glava-bashkirii-nagradil-pochetnym-zvaniem-rishata-halikova-4623535

 

 

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика