Бөгөн, 12 мартта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Тәтешле районына килде.
Үрге Тәтешле ауылында ул район советы ултырышында ҡатнашты. Унда урындағы депутаттар Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламовтың вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул итте.
Тәтешле районында эшләгән осорҙа Фәнүр Шәйхисламов үҙен оҫта ойоштороусы һәм идарасы, һөҙөмтәле эшләгән заманса етәксе итеп күрһәтте, тип билдәләне Радий Хәбиров үҙ сығышында.
Башҡортостан Башлығы бындай ҡарарҙың сәбәптәрен аңлатыу өсөн махсус рәүештә районға килеүе тураһында әйтте.
- Район хакимиәте башлығын алмаштырыу идара итеү командаһы өсөн дә, район халҡы өсөн дә һәр ваҡыт ҙур стресс булыуын яҡшы аңлайым. Фәнүр Рәфис улы кеүек етәксенең алмашыныуы икеләтә ҙур стресс, сөнки биш йылдан ашыу эшләү дәүерендә ул үҙен мәсьәләләрҙе хәл итеүгә яуаплы ҡараған заманса идарасы итеп күрһәтте. Ошо мөһим күрһәткес буйынса эш сифатын билдәләйбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ Фәнүр Рәфис улын Өфөгә алабыҙ, алда уны үтә яуаплы вазифа көтә. Беҙгә республикабыҙ Мәҙәниәт министрлығының эшен яйға һалырға кәрәк. Был ҙур дәүләт органы булып тора, 2000 яҡын ауыл мәҙәниәт йорто, ҡала мәҙәниәт йорттары, 1000 мәҙәниәт хеҙмәткәре бар, шулай уҡ республика халҡы. Улар барыһы ла мәҙәниәттең үҫешеүен теләй. Шуға күрә мин Фәнүр Рәфис улын мәҙәниәт министрлығына күсереү тураһында ҡарар ҡабул иттем. Мәҙәниәт министрлығына хәҙер ижади кеше генә түгел, ә етди ойоштороу һәм административ сифаттары булған кеше кәрәк.
Фәнүр Шәйхисламов Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы етәксеһе вазифаһын башҡарасаҡ.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.