Александр Мельников «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе итеп тәғәйенләнде. Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә уның менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров таныштырҙы.
Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Александр Геннадьевич партияла 2015 йылдан алып эшләй. Һуңғы йылдарҙа етәксенең беренсе урынбаҫары, технологик эштәр бүлеге етәксеһе була. Өфө ҡала советы рәйесенең беренсе урынбаҫары.
Бынан алдараҡ «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдиновтың вазифаһын ҡалдырыуы тураһында хәбәр иткәйнек.