06:57 (UTC+5), 04 Марта 2026

Башҡортостанда социаль яҡланмаған үҫмерҙәр өсөн эш урындары тураһында закон ҡабул ителде

Фото: Валерий Шахов / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Ләйлә Аралбаева

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай «Башҡортостан Республикаһында бала хоҡуҡтарының төп гарантиялары тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законының 11-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон ҡабул итте, тип хәбәр итә матбуғат хеҙмәте.

– Закон социаль яҡлауға мохтаж бәлиғ булмаған граждандарға эшкә урынлашыу хоҡуғын бирә, – тип белдерҙе Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. – Ошо маҡсатта граждандарҙың әлеге категориялары өсөн эштәрҙең (һөнәрҙәрҙең) айырым төрҙәре резервҡа ҡалдырыла һәм эшкә урынлашыу өсөн эш урындары һаны билдәләнә.

Парламент спикеры фекеренсә, эшкә урынлашыу мөмкинлеге үҫмерҙәргә оло тормошҡа дөрөҫ аҙым яһарға ярҙам итәсәк.

– Етемдәр, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге үҫмерҙәр, бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияларҙа иҫәптә торған балалар хәүеф төркөмөнә ҡарай, – тине Константин Толкачев. – Уларҙың ҡайһы берҙәре, легаль аҡса эшләү мөмкинлеге булмағанлыҡтан, «еңел» аҡсаға алданыуы һәм енәйәт юлына баҫыуы ихтимал. Гарантиялы эш урыны – хеҙмәт хаҡы ғына түгел. Хеҙмәт дисциплина, яуаплылыҡ тәрбиәләй, финанс белеменә өйрәтә.

Закон Башҡортостан Республикаһы Башлығына ҡултамға ҡуйыу өсөн ебәрелгән.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2026-03-04/v-bashkirii-prinyat-zakon-o-rabochih-mestah-dlya-sotsialno-uyazvimyh-podrostkov-4601365

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика