Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.75
0
90.28
0
62.51
+0.52
-8 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
24 Февраль , 13:34

Башҡортостан Башлығы республика халҡына 4 йыл буйына МХО-ға ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә 24 февралдә махсус хәрби операция башланыуға дүрт йыл тулыуын иҫкә төшөрҙө. Ул республикабыҙҙа йәшәүселәргә дүрт йыл берҙәм булыуҙары һәм МХО-ға ярҙам күрһәтеүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

скриншот / Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһе трансляцияһы
Фото: скриншот / Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһе трансляцияһы

— Дүрт йыл республикабыҙ яугирҙәре үҙҙәренең хәрби бурысын үтәй. Махсус хәрби операцияға ярҙам күрһәтеүҙе дауам итәбеҙ. Мөрәжәғәтнамәлә төп бурысты аныҡ билдәләнек: «Барыһы ла Еңеү өсөн». Ауыр цивилизациялы бәрелеш бара, һәм беҙ еңергә тейешбеҙ, — тине республика етәксеһе. — Көс һәм энергия туплайбыҙ.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2026-02-24/glava-bashkirii-poblagodaril-zhiteley-za-4-goda-konsolidatsii-i-podderzhki-svo-4589955

Автор: Ләйлә Аралбаева
Читайте нас