Йома, 20 февралдә, Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙен илгә һәм тыуған республикаға хеҙмәт итеүгә арнаған яҡташтарыбыҙға Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
«Ошо залда ултырған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе, ветерандарҙы, уҡытыусыларҙы, ғалимдарҙы, табиптарҙы, аграрийҙарҙы, мәҙәниәт эшмәкәрҙәрен, эшселәрҙе, инженерҙарҙы, эшҡыуарҙарҙы һәм башҡа һөнәр эйәләрен ихлас сәләмләйем. Беҙгә ауыр һәм мөһим осорҙа йәшәргә тура килә. Бөгөн Башҡортостан тотош ил менән бергә махсус хәрби операция мәсьәләләрен хәл итеүҙә ҡатнаша. Ватан суверенитетын яҡлау – изге бурысыбыҙ. Ирекле һәм бойондороҡһоҙ илдә йәшәүгә, эшләүгә, балалар тәрбиәләүгә хоҡуғыбыҙҙы яҡлау.
Беҙ яугирҙәребеҙ менән ғорурланабыҙ. Улар хәрби бурыстарҙы намыҫ менән үтәй, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Беҙ һәр ваҡыт махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн ышаныслы терәк булырбыҙ.
Һәр беребеҙ көсөнә һәм мөмкинлегенә ҡарап Еңеүгә үҙ өлөшөн индерә. Ҡатмарлы шарттарҙа беҙ республиканың тотороҡло үҫешен тәьмин итәбеҙ. Тылды нығытабыҙ, иҡтисадты һәм социаль өлкәне үҫтерәбеҙ. Республиканың уңыштары нигеҙендә – һәр берегеҙҙең яуаплы хеҙмәте һәм һөнәри оҫталығы», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе ҡайһы бер бүләкләнеүселәр тураһында айырым һөйләп үтте.
«Рәхим Зәки улы Мерәҫов I дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы менән бүләкләнә. Рәхим Зәки улы – бар донъяға билдәле лингвист. 30 йылға яҡын диссертация советының алмаштырғыһыҙ етәксеһе ул. Һеҙҙең етәкселектә 14 докторлыҡ һәм тиҫтәләгән кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланған. Фәнгә тос өлөш индергәнегеҙ өсөн Һеҙ Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы итеп һайландығыҙ», — тине республика етәксеһе.
Әйткәндәй, бөгөн коллегабыҙ ҙа Радий Хәбиров ҡулынан юғары награда алды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бильд-мөхәррире Татьяна Кадыкова «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.