08:44 (UTC+5), 20 Февраля 2026

Александр Голуб Рәсәй гвардияһының Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Республика Башлығы Радий Хәбиров 20 февралдә Рәсәй гвардияһы Башҡортостан буйынса идаралығының яңы начальнигы менән осрашты.

Фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте / Башҡортостан Башлығы сайты
Ксения Калинина

Радий Хәбиров Александр Голубты яңы вазифаға тәғәйенләнеүе менән ҡотланы һәм эшендә уңыштар теләне.

«Рәсәй гвардияһының Башҡортостан буйынса идаралығы менән үҙ-ара мөнәсәбәттәр яйға һалынған. Артабан да уртаҡ мәсьәләләрҙе хәл итербеҙ. Беҙ ведомствоның махсус хәрби операция бурыстарын үтәгән яугирҙәрен экипировка менән тәьмин итеүҙә ярҙам күрһәттек. Был эште дауам итербеҙ», — тип билдәләне республика етәксеһе.

Александр Голуб күрһәтелгән ышаныс өсөн рәхмәт белдерҙе һәм республикала именлекте тәьмин итеү өсөн бар көсөн һаласағын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

«Башҡортостанда Рәсәй гвардияһы республика етәкселеге, хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм федераль башҡарма власть органдары менән үҙ-ара килешеп, һәр ваҡыт үҙенә йөкмәтелгән бурысты лайыҡлы үтәне һәм үтәй», — тине Александр Голуб.

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте / Башҡортостан Башлығы сайтыБашҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте / Башҡортостан Башлығы сайты
Фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте / Башҡортостан Башлығы сайты

Белешмә. Александр Станиславович Голуб 1970 йылдың 5 ноябрендә Өфөлә тыуған. Өфө авиация институтын тамамлаған. 1992 йылдың сентябренән Башҡортостан Эске эштәр министрлығында төрлө вазифаларҙа эшләй. 2016 йылдың октябренән Рәсәй гвардияһында. 2023 йылдың декабренән Марий Эл Республикаһы буйынса Росгвардия идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡара.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2026-02-20/upravlenie-rosgvardii-po-bashkortostanu-vozglavil-aleksandr-golub-4586539

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика