2025 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Йәшәү сифаты буйынса милли рейтингта бер урынға күтәрелде һәм 9-сы урынды алды. Ошо көндәрҙә Стратегик башланғыстар агентлығының күҙәтеү советы ултырышында Рәсәй Президентын Владимир Путинды күләмле тикшеренеү һөҙөмтәләре менән таныштырҙылар.
«Рейтинг методологияһы төбәктәрҙә йәшәүселәрҙең фекеренә, шулай уҡ статистика һәм геоаналитика мәғлүмәттәренә таянып төҙөлә. Иҫәпләгәндә тормоштоң төп өлкәләрен үҙ эсенә алған 12 йүнәлеш буйынса 149 күрһәткес иҫәпкә алына. Матди именлек, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, хәүефһеҙлек, спортты, мәҙәниәтте үҫтереү һәм башҡалар», — тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, һуңғы йылдарҙа төбәк ыңғай үҫеш динамикаһын һаҡлап ҡалды.
«Былтыр беҙ тәүге тапҡыр йәшәү сифаты буйынса иң яҡшы ун төбәк иҫәбенә индек, 2021 йылда 40-сы ғына инек. Был һандар артында – беҙҙең идара итеү командаһының күләмле һәм ныҡышмалы хеҙмәте. Республикабыҙҙа йәшәү, эшләү, уҡыу һәм балалар тәрбиәләү уңайлы булһын өсөн артабан да күп көс һаласаҡбыҙ», — тип билдәләне Хәбиров.