07:37 (UTC+5), 16 Февраля 2026

Ленара Иванова республиканың хеҙмәт министры вазифаһын ҡалдырҙы

Фото: Валерий Шахов / Башинформ
Иван Вавилов

Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға эшкә күсә. Был турала Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә белдерҙе.

Билдәле булыуынса, Иванова 15 йылдан ашыу республиканың хеҙмәт министрлығы менән етәкселек итте. Парламентта ул закон сығарыу эшмәкәрлеге менән шөғөлләнәсәк. Радий Хәбиров экс-министрға эше өсөн рәхмәт әйтте һәм награда тапшырҙы.

«Һәр көн иртән, үҙемдең эш бүлмәһенә ингәндә, кешеләрҙең тормошон еңеләйтергә мөмкинлек биргән эш өсөн Хоҙайға рәхмәт әйтә торғайным. Ошо ваҡыт эсендә мин бар көсөмдө һалып тырыштым, ҡайһы берҙә, бәлки, артыҡ эмоциональ булғанмындыр, сөнки һәр мәсьәлә артында айырым кешенең йәшәү сифаты тора. Байтаҡ эштәр башҡарылған, беҙҙе федераль кимәлдә күрәләр, хөрмәт итәләр һәм хуплайҙар. Әлбиттә, күп кенә башланғыстар республика етәксеһенең халыҡтың проблемаларына шәхси мөнәсәбәтенән сығып барлыҡҡа килде. Әйтәйек, инвалидтар эштәре буйынса координация советы, «Кәртәләрҙе Емереп» форум-күргәҙмәһе, «Салют» үҙәген дә төҙөнөк, «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» проекты – быларҙың барыһы ла республиканың визит карточкаһына әүерелде. Үҙемдән һуң барлыҡ бурыстарҙы ла үтәй алған көслө команданы ҡалдырам», – тип белдерҙе Ленара Иванова.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2026-02-16/lenara-ivanova-pokinula-post-ministra-truda-bashkirii-4579654

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика