06:19 (UTC+5), 13 Февраль 2026

Башҡортостанда зубрҙар үрсетеү буйынса проект Президент фонды грантын алды

Фото: Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәре / Вк
Сергей Николаев

«Башҡортостанда беловеж зубрҙарын үрсетеү проекты Президент тәбиғәт фонды грантын алды. Бүленгән 10,2 миллион һум аҡсаға республиканың Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы Белоруссиянан тағы ла 9 зубр алып ҡайтырға йыйына, – тип хәбәр итте Радий Хәбиров социаль селтәрҙә. – Хәтерегеҙгә төшөрәм, был экологик проектты 2023 йылдан бойомға ашырабыҙ. Әлеге ваҡытта унда 25 баш зубр йәшәй, шул иҫәптән 8 быҙау, улар беҙҙең республикала тыуған. 2030 йылға хайуандарҙың һанын 50 башҡа еткерергә уйлайбыҙ.

Беҙ быны ҡыҙыҡ өсөн эшләмәйбеҙ, ә ил Президенты ҡуйған биологик төрлөлөктө һаҡлау буйынса мөһим дәүләт бурысын хәл итәбеҙ. Бынан тыш, тәбиғәткә бурысты ҡайтарабыҙ. Үткән быуат башында зубрҙар юҡҡа сыға яҙған. Шуға күрә беҙ балансты тергеҙергә тейешбеҙ, республикабыҙҙа бының өсөн уңайлы шарттар бар.

Башҡортостан – илдең зубрҙар тәбиғи мөхиттә йәшәгән берҙән-бер төбәге. Улар «Мораҙым тарлауығы» паркы биләмәһендә йәшәй». 

https://www.bashinform.ru/news/politics/2026-02-12/proekt-po-razvedeniyu-zubrov-v-bashkirii-poluchil-grant-prezidentskogo-fonda-4576134

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика