

Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙған ял көндәрендә һөжүмгә дусар булған Башҡорт дәүләт медицина университеты ятағында Һиндостан студенттары менән осрашты.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, фажиғә ваҡытында алты кеше – полиция хеҙмәткәре, дүрт сит ил студенты, шулай уҡ һөжүм итеүсе үҙе зыян күргән. Бөтәһе лә бысаҡтан яраланған. Биш кеше дауаханала ята, уларға тейешле медицина ярҙамы күрһәтелә.
Радий Хәбиров ваҡиғаның хәл-шарттары менән танышты, студенттарҙың һорауҙарына яуап бирҙе һәм республикала белем биреү учреждениеларын һаҡлауҙы көсәйтеү буйынса өҫтәмә саралар күреүҙәре тураһында һөйләне.
«Һеҙҙең менән ошо хәл тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләшергә килдем. Беҙгә бындай хәл бер ҡасан да ҡабатланмаһын өсөн нимә эшләргә кәрәклеген аңлау мөһим. Был хәл өсөн ғәфү үтенәм. Был – республикабыҙға хас булмаған берҙән-бер осраҡ. Быны ҡылған егет тә йәл. Һаңғырау-телһеҙ әсәй һәм өләсәй менән йәшәгән, мәктәптә уҡыған, нимәгәлер өлгәшергә тырышҡан, әммә бына шулай яҙмышын селпәрәмә килтергән. Уны ошо енәйәткә этәргән әҙәмде асыҡлайбыҙ, – тине Башҡортостан Башлығы. – Бөгөндән киске һәм төнгө ваҡытта был территорияны полиция хеҙмәткәрҙәре патрулләй. Зыян күреүселәрҙең барыһына ла тейешле ярҙам күрһәтеүҙе дауам итербеҙ, шифаханаларҙа дауаларбыҙ. Кәрәк икән, өйгә ҡайтып килергә мөмкинлек бирербеҙ. Бөтә сығымдарҙы һәм ойоштороуҙы үҙ өҫтөбөҙгә алабыҙ. Һөжүмде кире ҡағыуҙа ҡыйыулыҡ күрһәткән студенттарға дәүләт наградаларын тапшырырға һөйләштек».
Осрашыу аҙағында Радий Хәбиров уҡыу аудиторияларын, көнкүреш бүлмәләрен ҡараны һәм студенттарға яҡшы уҡыуҙарын теләне.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.