Ратмир Мәүлиевтың киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнеш буйынса яңы урынбаҫары вазифаһына Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар идаралығының элекке етәксеһе Дмитрий Черенков тәғәйенләнде.
«Уны барығыҙ ҙа беләһегеҙ. Ул бер нисә йыл Башҡортостан Башлығы командаһында эшләне. Дмитрий Анатольевич, һеҙҙең тәжрибәгеҙ беҙгә файҙалы булыр тип ышанам. Һеҙҙән яңы бурыстар ҡуйыуығыҙҙы һорайым. Өфө халҡы ҡалала барған үҙгәрештәр тураһында хәбәрҙар булһын өсөн. Һеҙҙе ҡотлайым!» – тине хакимиәт башлығы.
Дмитрий Анатольевич 1978 йылда Өфөлә тыуған. Башҡорт дәүләт университетын, Урал дәүләт иҡтисад университетын тамамлаған. Республика мотлаҡ медицина страховкаһы фондында мәғлүмәтте һаҡлау буйынса белгес, Төбәк үҫеш банкында Хәүефһеҙлек идаралығының мәғлүмәт хәүефһеҙлеге бүлеге, мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе булып эшләй. 2012 йылдан Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәтендә төрлө вазифаларҙы биләй.
Шулай уҡ Өфө хакимиәтенең Киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнеш идаралығы - матбуғат хеҙмәте етәксеһе итеп Әлиә Тәҡиуллина тәғәйенләнде. 1994 йылда Яңауыл районының Мәсәғүт ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын һәм Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған. Хеҙмәт юлын Нефтекама хакимиәтендә башлай, унда мәғлүмәт-аналитика бүлеге белгесе һәм ойоштороу эштәре бүлеге етәксеһе булып эшләй. 2022 йылдың мартынан Өфө хакимиәтенең Киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнеш идаралығы – матбуғат хеҙмәте етәксеһе урынбаҫары вазифаһын биләй.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.