11:29 (UTC+5), 30 Ғинуар 2026

Республиканың хеҙмәт коллективтарына генерал Шайморатов ордены тапшырыла

Радий Хәбиров республика хөкүмәтенә ошондай күрһәтмә бирҙе.

Фото: Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Азат Ғиззәтуллин

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда махсус хәрби операция бурыстарын уңышлы хәл итеү өсөн оборона-сәнәғәт комплексын нығытыу мөһим йүнәлеш булып тороуын билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, бөгөн республика биләмәһендә оборона-сәнәғәт комплексы предприятиелары дәүләт оборона заказын теүәл үтәй – еңеү өсөн барыһын да эшләй.

«Республика хөкүмәтенә предприятиеларҙың иң яҡшы хеҙмәт коллективтарына генерал Шайморатов орденын биреү буйынса тәҡдимдәр әҙерләү, ә Башлыҡ хакимиәтенә дәүләт наградалары тураһында положениеға үҙгәрештәр индереү бурысын йөкмәтәм.

Төп бурыстарҙың береһе — был предприятиеларҙы кадрҙар менән тәьмин итеү. Беҙ был мәсьәләне «Ростех» предприятиелары, атап әйткәндә, Өфө моторҙар эшләү берекмәһе менән уңышлы хәл итәбеҙ, колледждарға тейешле һөнәрҙәргә ҡабул итеүҙе арттырабыҙ. Был эште дауам итергә һәм ярҙам күрһәтергә кәрәк», — тине республика етәксеһе.

Ул шулай уҡ республика биләмәһендә урынлашҡан һәм оборона заказы өсөн эшләгән, шул иҫәптән эре федераль структуралар составына ингән предприятиеларҙың иғтибар үҙәгендә булырға тейешлеген әйтте. 

«Ғөмүмән, иҡтисадыбыҙҙы нығытыу махсус хәрби операция бурыстарын уңышлы хәл итеү өсөн нигеҙ булып тора, ул «фронтҡа бөтә нәмә, Еңеү өсөн бөтә нәмә» бирергә тейеш. Инвестицияларҙы әүҙемерәк йәлеп итергә, предприятиеларҙы модернизациялау менән шөғөлләнергә, сәнәғәт кластерҙарын, индустриаль һәм технопарктарҙы, өҫтөнлөклө зоналарҙы үҫтерергә кәрәк. «Ростех», «Башнефть», «Система» акционерҙар финанс корпорацияһы, ИнтерРАО, «Газпром», Урал тау-металлургия компанияһы менән берлектәге эш төркөмдәренең эшен көсәйтергә», — тине Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһендә.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2026-01-30/orden-generala-shaymuratova-budut-prisvaivat-trudovym-kollektivam-bashkirii-4557117

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика