11:29 (UTC+5), 23 Января 2026

Радий Хәбиров Дәүләт Думаһы рәйесе урынбаҫары Александр Бабаков менән осрашты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Думаһы рәйесе урынбаҫары, «Ғәҙел Рәсәй» партияһы рәйесенең беренсе урынбаҫары, Рәсәй Президентының сит илдәрҙәге ватандаштар ойошмалары менән үҙ-ара эш итеү буйынса махсус вәкиле, Рәсәйҙең Өҫтәл теннисы федерацияһы президенты Александр Бабаков менән осрашты.

Фото: Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Галина Бахшиева

Башҡортостандың Рәсәй парламенты менән үҙ-ара эш итеүен киңәйтеү, республикала «Ғәҙел Рәсәй» партияһының эшмәкәрлеге, шулай уҡ төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше һәм спортта берлектәге проекттарҙы бойомға ашырыу фекер алышыуҙың төп темалары булды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Башлығы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

Осрашыуҙа Радий Хәбиров Башҡортостанда бөтә кимәлдәге партия вәкилдәре менән конструктив мөнәсәбәттәрҙең яйға һалыныуын билдәләне.

«Ғәҙел Рәсәй» беҙҙең өсөн партнёрҙарса сәйәси көс булып тора. Эске һәм тышҡы сәйәсәттең төп йүнәлештәре буйынса беҙ үҙ-ара аңлашып, бергәләп республика һәм ил мәнфәғәте өсөн эшләйбеҙ», — тип белдерҙе ул.

Осрашыуҙа шулай уҡ МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтеү тураһында фекер алыштылар. Александр Бабаков Башҡортостан етәкселегенең эшен һәм Радий Хәбировтың төп мәсьәләләрҙе хәл итеүгә индергән шәхси өлөшөн юғары баһаланы.

«Республика Башлығына асыҡ һәм йөкмәткеле диалог өсөн рәхмәтлемен. Башҡортостан етәкселегенең, шул иҫәптән яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итергә тырышыуы юғары баһаға лайыҡ», тине Александр Бабаков журналистар менән әңгәмәлә.

Осрашыуҙа Өфөлә Өҫтәл теннисы үҙәген төҙөү проектын тормошҡа ашырыуға айырыуса иғтибар бүленде. Объектты төҙөү эштәре уҙған йылдың октябрендә башланды, уны 2026 йылда тамамлау планлаштырыла.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2026-01-23/radiy-habirov-vstretilsya-s-zampredsedatelya-gosdumy-aleksandrom-babakovym-4548297

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика