07:12 (UTC+5), 21 Ғинуар 2026

Башҡортостанда референдум тураһында закон үҙгәртелә

Сит ил агенттары Башҡортостанда референдумда күҙәтеүсе була алмай, тип хәбәр иттеләр республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәтенән.

Фото: Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Галина Бахшиева

«Башҡортостан Республикаһы референдумы тураһында» законға үҙгәрештәр индереү планлаштырыла. Тейешле закон проекты республика Ҡоролтайының киләһе ултырышында аҙаҡҡы уҡыуҙа ҡарала.

Закон проектында сит ил агенттарына һәм экстремистик йәки террористик ойошма эшмәкәрлегенә ҡағылышы булған кешеләргә референдумда күҙәтеүсе булыу тыйыла. Күҙәтеүселәр референдум барышында бойондороҡһоҙ һәм объектив контролде тәьмин итергә тейеш.

«Сит ил йоғонтоһона дусар булған йәки законһыҙ эшмәкәрлеккә ҡағылышлы кешеләр процедураны дискредитациялай йәки уның һөҙөмтәләрен боҙоп күрһәтергә мөмкин. Референдум — төп мәсьәләләр буйынса граждандарҙың ихтыярын туранан-тура белдереү ҡоралы», — тип аңлатма бирҙе Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев.

Яңы редакцияла «электрон тауыш биреү», «дистанцион электрон тауыш биреү», «электрон тауыш биреү өсөн комплекс», «электрон бюллетень» төшөнсәләре бар. Бынан тыш, референдумдың участка һәм башҡа комиссияларына файҙаланылмаған бюллетендәрҙе ғәмәлдән сығарыу талаптары аныҡлана.

Башинформ шулай уҡ республикала хеҙмәт хоҡуҡтарын яҡлағанда бушлай юридик ярҙам күрһәтелеүе хаҡында хәбәр иткәйне. Тейешле закон проектын 22 ғинуарҙа Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың пленар ултырышында ҡарайҙар.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2026-01-21/v-bashkirii-izmenyat-zakon-o-referendume-4544509

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика