Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.23
0
92.09
0
60.79
-0.06
-24 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
30 Декабрь 2025, 12:08

Владимир Путин Башҡортостандың Юғары судына ике судья тәғәйенләне

архив / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: архив / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Президент Владимир Путин федераль судьялар тәғәйенләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, Резеда Вәлиева һәм Ольга Совина Башҡортостандың Юғары суды судьялары итеп тәғәйенләнде.

Бынан тыш, хәҙер Өфө ҡалаһының Октябрь районы суды рәйесе урынбаҫары — Сослана Исҡужина, тиелә документта.

Ағымдағы йылдың ноябрендә Владимир Путин Башҡортостанда район судтары рәйестәрен, Арбитраж һәм Юғары судтарҙың судьяларын тәғәйенләү тураһында указға ҡул ҡуйғайны.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-12-30/vladimir-putin-naznachil-dvuh-sudey-v-verhovnyy-sud-bashkirii-4524840

Автор: Инсаф Хужабиргәнов
Читайте нас