



26 декабрҙә Республика йортонда Радий Хәбиров республика терроризмға ҡаршы комиссияһының һәм оператив штабтың берлектәге ултырышын үткәрҙе. Унда республиканың профилле министрлыҡтары һәм ведомстволары, оператив хеҙмәттәр һәм көс структуралары етәкселәре ҡатнашты. Ҡатнашыусылар яңы йыл байрамдарында йәмәғәт именлеген тәьмин итеү мәсьәләләрен тикшерҙе.
«Беҙҙең ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа бөтәһе 600-гә яҡын яңы йыл майҙансығы эшләй. Байрам сараларында 150 меңдән ашыу кешенең ҡатнашыуын көтәбеҙ, — тине Башҡортостан Башлығы. — Беҙҙән берҙәмлек һәм ойошҡанлыҡ, халыҡ күп йөрөгән урындарҙа хәлде контролдә тотоу талап ителә».
Ҡатнашыусылар яңы йыл байрамдары осоронда ведомство-ара эш итеү тәртибен билдәләне. Шулай уҡ ултырышта террорға ҡаршы комиссияның 2025 йылдағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре, шул иҫәптән Терроризм идеологияһына ҡаршы комплекслы план сараларын үтәү тикшерелде.
Башҡортостан Башлығы террорға ҡаршы комиссия ағзаларына 2025 йылда һөҙөмтәле эшләгәне өсөн рәхмәт белдерҙе, яҡын киләсәккә министрлыҡтарҙың, ведомстволарҙың һәм оператив хеҙмәттәрҙең бурыстарын билдәләне.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.