06:00 (UTC+5), 18 Декабрь 2025

Радий Хәбиров Башҡортостан парламенты эшенә баһа бирҙе

Фото: Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Азат Ғиззәтуллин

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн республика Дәүләт Йыйылышының 28-се пленар ултырышында депутаттарға конструктив һәм яйға һалынған эш өсөн рәхмәт белдерҙе.

«Һеҙ сығарған закондар базаһы бөгөн республиканың бөтә йүнәлештәр буйынса алға барыуына йоғонто яһай. Башҡортостандың депутаттар корпусы республика ҡануниәтсеһе генә түгел, федераль хоҡуҡи көн тәртибен формалаштырыуҙа ҡатнашыусы булараҡ үҙенең статусын нығыта. Быйыл беҙҙең 17 закон сығарыу башланғысы Закон сығарыусылар советына ебәрелде. 15 федераль закон проекты – Дәүләт Думаһына. 2025 йылдың ике сессияһында Дәүләт Йыйылышы 222 закон проектын ҡараны, уларҙың 151-е закон статусын алды», – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы фекеренсә, бөгөн төп өҫтөнлөк – махсус хәрби операция бурыстарын хәл итеү.

«МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 54 ярҙам сараһын тормошҡа ашырыу өсөн былтыр республика ҡаҙнаһынан 13,4 миллиард һум йүнәлтелгән. Быйыл бүленгән аҡса күләмен ике тапҡырға – 25,5 миллиард һумға тиклем арттырҙыҡ. Быйыл МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән 4 закон ҡабул ителде. Өс закон сығарыу башланғысы федераль үҙәккә ебәрелде. Республика закондарының тағы 4 проекты закон сығарыу стадияһында», – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Быйыл Дәүләт Йыйылышы үҙенең 30 йыллығын билдәләне, тип иҫкә төшөрҙө республика етәксеһе. Был юбилей – республика тарихында мөһим этап, Башҡортостандың төп закондар сығарыу органы эшенең абруйын һәм сифатын раҫлау.

«Республика һәр ваҡыт, хатта иң ҡатмарлы осорҙа ла, парламенттың һәм башҡарма власть органдарының берлектә килешеп эшләү, закон сығарыусыларҙың урындағы совет депутаттары, йәмәғәт ойошмалары һәм граждандар менән туранан-тура диалогы миҫалын күрһәтте. 10 айҙан һуң, 2026 йылдың сентябрендә, 9-сы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарын, шулай уҡ 6-сы саҡырылыш Өфө ҡала Советы депутаттарын һайлау була. Ошо мөһим сәйәси ваҡиғаларға әҙерлек ҡатмарлы шарттарҙа алып барыла. Республика Хөкүмәте менән берлектә яйға һалынған эш, беҙҙең пландарға һәм башланғыстарға закондар менән ярҙам өсөн тағы бер тапҡыр рәхмәт белдерәм. Алдыбыҙҙа торған яуаплы бурыстарҙы уңышлы хәл итербеҙ тип ышанам. Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн барыһын да эшләрбеҙ. Һеҙгә республика һәм уның халҡы мәнфәғәтенә закон сығарыу эшмәкәрлегендә уңыштар теләйем», – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-12-18/radiy-habirov-dal-otsenku-rabote-parlamenta-bashkirii-4512188

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика