«Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең статусы тураһында» федераль законға сираттан тыш торлаҡ субсидияһы алыуға хоҡуғы булған хәрби хеҙмәткәрҙәр категориялары исемлеген киңәйтеү йәһәтенән үҙгәрештәр индерергә тәҡдим ителә. Уға инвалид балаһы булған хәрбиҙәр ҙә инә.
«Төбәктәргә үҙ бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләрен торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса өҫтәмә ярҙам сараларын индереү хоҡуғы бирергә тәҡдим ителә», — тине Володин.