09:33 (UTC+5), 27 Ноябрь 2025

Башҡортостан парламенты Дәүләт Думаһына эттәрҙе хәүеф сығанағына индерергә тәҡдим итте

Фото: «Башинформ» / архив
Ләйсән Закирова

Дәүләт Йыйылышы депутаттары Дәүләт Думаһына уҫал эттәрҙе юғары хәүеф сығанағына индерергә тәҡдим иткән закон проектын индерҙе. Рәсәй Федерацияһы Граждандар кодексының икенсе өлөшөнөң 1079-сы статьяһына үҙгәрештәр тәҡдим ителә. Бынан алдараҡ Рәсәйҙең Закон сығарыусылар советында әлеге башланғысты хупланылар.

Республика парламентының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, документ юғары хәүеф сығанаҡтары исемлеген киңәйтә. Был, тәү сиратта, хайуандарҙың кешеләргә һөжүм итеүе тураһында эштәр буйынса гражданлыҡ-хоҡуҡи бәхәстәрҙе хәл итеү өсөн мөһим. Хәҙер судтар бындай хоҡуҡ боҙоуҙарға төрлөсә баһа бирә ала, шуға күрә матди һәм әхлаҡи зыянды ҡаплау тураһында суд ҡарарҙары ла төрлөсә булырға мөмкин.

Әгәр закон ҡабул ителһә, төрлө ҡараштар булмай. Эт хужаһы юғары хәүеф сығанағы хужаһы булараҡ яуап бирергә тейеш. Зыян күреүсегә хайуандың һөжүм итеүен иҫбатлау ҙа етә. Тимәк, зыянды ҡаплау еңелерәк була. Был иһә эт хужаларын йорт хайуандарына, уларҙы өйрәтеүгә һәм йөрөтөүгә яуаплыраҡ ҡарарға мәжбүр итер тип көтөлә.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-11-27/parlament-bashkirii-predlozhil-gosdume-otnesti-sobak-k-istochniku-opasnosti-4483746

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика