
Мәскәүҙә «Транспорт аҙналығы» барышында Башҡортостан Башлығы ил хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин менән эшлекле осрашыу үткәрҙе. Һүҙ республикабыҙҙа күләмле инфраструктура проекттары хаҡында барҙы, тип яҙа Радий Хәбиров телеграм-каналда.
«Уларҙың бер өлөшөн тамамлап киләбеҙ, икенселәре буйынса эштәр алып барыла. Өсөнсөләре буйынса эшләргә, финанслау менән тәьмин итергә кәрәк. Торлаҡ төҙөлөшө – айырым тема. Ҡатмарлы шарттарға, ипотека буйынса юғары ставкаларға ҡарамаҫтан, Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшө дауам итә. Был бик мөһим.
Форсаттан файҙаланып, Марат Шакирйән улына Рәсәй хөкүмәте, тармаҡ министрлыҡтары күрһәткән ярҙам өсөн тағы бер тапҡыр рәхмәт белдерҙем. Был беҙгә алға барырға ярҙам итә», – тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алдараҡ Радий Хәбиров Рәсәйҙең транспорт министры Андрей Никитин менән осрашты.