09:19 (UTC+5), 10 Ноябрь 2025

МХО яугиры Башҡортостан Башлығы хакимиәтенә етәксе итеп тәғәйенләнде

Фото: Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәте
Инсаф Хужабирганов

МХО яугиры Илмир Әһлиуллин Башҡортостан Башлығының ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләнде. Был хаҡта оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, быға тиклем был вазифаны биләгән Алексей Дербеко «командала ҡаласаҡ һәм икенсе вазифала эшен дауам итәсәк».

Илмир Зөлфәт улы Әһлиуллин 1992 йылдың 22 февралендә Учалы районы Миндәк ауылында тыуған.

2014 йылда РФ Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетын (политология, иҡтисади процестар политологияһы) тамамлай. 2015 йылда ошо уҡ университетта юриспруденция, финанс хоҡуғы һөнәрен ала.

Бынан тыш, өҫтәмә белеме бар. Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтында «Сағыштырма политология. Геосәйәсәт» программаһы буйынса, республика Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында, шулай уҡ «Геройҙар дәүере» программаһы буйынса Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһында «Заманса идара» курстарында белем ала.

Жуков, Рәсәй Оборона министрлығының «Хәрби-сәйәси эш өсөн, «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы» миҙалдары, генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнгән. Өйләнгән: ҡатыны менән өс бала тәрбиәләй.

Хеҙмәт юлы:

2014 йылдың ғинуарынан — 2018 йылдың мартына — «Сәйәси мәғлүмәт үҙәге» консалтинг компанияһында аналитик, өлкән аналитик.

2018 йылдың апреле — 2019 йылдың феврале — Рәсәй Федерацияһы Иҡтисади үҫеш министрлығының перспективалы үҫеш департаментының баш белгесе.

2019 йылдың феврале–2020 йылдың декабре — беренсе категориялы белгес, Башҡортостан Башлығының ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығында сәйәси планлаштырыу һәм проектлау бүлеге начальнигы урынбаҫары.

2020 йылдың феврале–2020 йылдың декабре — БР Мәҙәниәт министрлығының «Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге» дәүләт автономиялы учреждениеһының кесе ғилми хеҙмәткәре.

2020 йылдың декабре — 2022 йылдың октябре — БР хөкүмәте аппаратының милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләү бүлеге начальнигы.

2022 йылдың октябренән 2025 йылдың сентябренә тиклем Рәсәй Ҡораллы көстәрендә хеҙмәт итә.

Бынан алда «Башинформ» Денис Ғәниевтың Башҡортостан Башлығы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе итеп тәғәйенләнеүе хаҡында яҙғайны.

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика