12:36 (UTC+5), 27 Октября 2025

Республикала инвалид балалары булған ғаиләләр ер урынына аҡса алырға мөмкин

Башҡортостан хөкүмәте 2026 йылда инвалид балаһы булған ғаиләләр өсөн бушлай ер участкаһы урынына аҡса түләү тәжрибәһен дауам итергә ниәтләй.

Фото: архив / "Башинформ"
Галина Бахшиева

Башҡортостанда хөкүмәт ҡарары проекты йәмәғәтселек фекер алышыуына сығарылды, ул 2026 йылда ғаиләләрҙең айырым категорияларына ер участкалары урынына аҡса алыу хоҡуғын оҙайта. Яңы документ «Башинформ» ҡарамағында бар.

Атап әйткәндә, ғәмәлдәге ҡарарҙы түбәндәге абзац менән тулыландырырға тәҡдим ителә: «2026 йылда 2025 йылдың 31 декабренә тиклем иҫәпкә торған граждандар бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү алыу хоҡуғына эйә».

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, инвалид бала тәрбиәләгән һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж ғаиләләр, шулай уҡ өс һәм унан күберәк балаһы булған ғаиләләр торлаҡ төҙөү өсөн ер участкаһы йәки 250 мең һум аҡса алырға мөмкин.

Бушлай ер участкаһы алырға иҫәпкә тороу өсөн муниципалитет хакимиәтенә ғариза менән мөрәжәғәт итергә кәрәк. Башҡортостанда үҙенсәлекле балалы ғаиләләргә ниндәй түләүҙәр һәм льготалар ҡаралыуы тураһында тулыраҡ Башинформ агентлығының ошо материалында уҡығыҙ.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-10-27/v-bashkirii-semi-s-detmi-invalidami-smogut-poluchit-dengi-vmesto-zemli-4442997

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика