12:02 (UTC+5), 22 Октября 2025

Радий Хәбиров Ташкент өлкәһе хакимы Зойир Мирзаев менән осрашты

Фото: Олег Яровиков
Азат Ғиззәтуллин

22 октябрҙә Мәскәү өлкәһендә Рәсәй һәм Үзбәкстан төбәктәренең икенсе советы барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ташкент өлкәһе хакимы Зойир Мирзаев менән эшлекле осрашыу үткәрҙе.

Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, Ташкент өлкәһе – Башҡортостан өсөн мөһим партнер. «Бекабад» башҡорт-үзбәк технопаркын булдырыу был хеҙмәттәшлектә төп проект булып тора.

Тәҡдим ителгән проекттар араһында төҙөкләндереү элементтары, пектин концентраттары, йылылыҡ энергияһы һәм медицина ҡорамалдары етештереү буйынса заводтар бар.

Тағы бер перспективалы йүнәлеш – умартасылыҡ.

Ауыл хужалығы продукцияһы менән үҙ-ара тәьмин итеүгә лә ҙур иғтибар бүленә. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса агросәнәғәт комплексы продукцияһының дөйөм әйләнеше 24 мең тонна самаһы тәшкил итте. Республиканың алдынғы предприятиелары – Шишмә шәкәр заводы, «Пищепром», «Дуҫтар» һәм Бәләбәй һөт комбинаты был баҙарҙа әүҙем эшләй.

Ташкент өлкәһе хакимы Зойир Мирзаев Радий Хәбировҡа берлектәге проекттар өҫтөндә әүҙем эш өсөн рәхмәт белдерҙе. Ул шулай уҡ тығыҙыраҡ хеҙмәттәшлек итеү өсөн Башҡортостан һәм Ташкент өлкәһе ҡалалары һәм райондары араһында делегациялар менән алмашыуҙы яйға һалырға тәҡдим итте. Радий Хәбиров был тәҡдимде хупланы.

«Беҙгә һеҙҙең республика менән эшләүе рәхәт. Радий Фәрит улы менән дуҫтарса мөнәсәбәттәбеҙ. Һорауҙар килеп тыуһа,теләһә ниндәй ваҡытта бер-беребеҙгә шылтырата алабыҙ», – тине Ташкент өлкәһе хакимы.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-10-22/radiy-habirov-vstretilsya-s-hokimom-tashkentskoy-oblasti-zoyirom-mirzaevym-4437125

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика