

Рәсәй делегацияһын Рәсәй хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары денис Мантуров етәкләй. Уға 17 төбәк — Мәскәү өлкәһе, Башҡортостан, Бүрәтстан, Карелия, Сыуашстан, Архангельск, Әстерхан, Иванов, Иркутск, Киров өлкәләре, Красноярск крайы, Новосибирск, Омск, Пенза, Һамар, Томск өлкәләре, шулай уҡ Ханты-Манси автономиялы округы — Югра башлыҡтары инде.
Үзбәкстан премьер-министры урынбаҫары Жамшид Ходжаев етәкселегендәге Үзбәкстан делегацияһы төбәк башлыҡтарынан тора.
Радий Хәбиров советтың пленар ултырышы эшендә ҡатнаша һәм Үзбәкстан премьер-министры урынбаҫары Жамшид Ходжаев, Ташкент, Бохара һәм Наманган өлкәләре хакимдары, Ҡарағалпаҡстан Республикаһы Жокаргы Кенесы рәйесе менән эшлекле осрашыуҙар үткәрә. Шулай уҡ Үзбәкстан төбәктәре етәкселәре менән килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу планлаштырыла.
«Был беҙҙең коллегаларыбыҙ менән осрашыу өсөн яҡшы мөмкинлек. Бөгөн мин өлкә хакимдары менән ике яҡлы осрашыуҙар үткәрәм. Улар – Ташкент, Бохара, Наманган өлкәләре һәм Ҡарағалпаҡстан. Был беҙҙең төп партнерҙарыбыҙ, аныҡ һөҙөмтәләр бар. Наманган тиҙҙән беҙҙә Туҡыма әйберҙәр йортон аса. Ташкент өлкәһендә беҙ индустриаль парк өҫтөндә эшләйбеҙ, ул, беҙҙең өмөттәр буйынса, ярайһы уҡ һөҙөмтәле булырға тейеш. Партнерҙар менән даими бәйләнештә булырға кәрәк, юғиһә был эшләмәй. Үзбәк коллегаларыбыҙ менән эшләүе рәхәт», – тип яуап бирҙе Радий Хәбиров «Башинформ» хәбәрсеһенең һорауына.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, төбәктәр Советының беренсе ултырышы 2024 йылдың 27 майында Ташкентта Рәсәй президенты Владимир Путиндың Үзбәкстанға сәфәре барышында үтте. Ике дәүләт башлыҡтары рәйеслегендәге сарала Үзбәкстандың 14 һәм Рәсәйҙең 28 төбәге башлыҡтары ҡатнашты. Совет эше йомғаҡтары буйынса 5 миллиард долларҙан ашыу суммаға килешеүҙәр пакеты әҙерләнде.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.