Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.89
0
93.38
0
64.73
-0.16
-7 °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
26 Сентябрь , 11:06

Радий Хәбиров йәш педагогтарға Башҡортостан Башлығы гранттарын тапшырҙы

26 сентябрҙә Өфөлә Радий Хәбиров республиканың йәш педагогтарына һәм балалар баҡсалары тәрбиәселәренә Башҡортостан Башлығы гранттарын тапшырҙы.

Азат Ғиззәтуллин
Фото:Азат Ғиззәтуллин

Һәр гранттың суммаһы – 500 мең һум, бөгөн уларҙы 50 йәш тәрбиәсе, педагог-психолог, уҡытыусы-логопед, уҡытыусы-дефектолог, музыкаль етәксе, физик культура буйынса инструкторҙар алды.

Республика етәксеһе уларҙы конкурста лайыҡлы еңеүҙәре, шулай уҡ Тәрбиәселәр һәм мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотланы.

Республика Башлығы һүҙҙәренсә, беҙҙең мәктәпкәсә белем биреү системаһы – илдә иң эреләрҙең береһе. 959 балалар баҡсаһына 200 меңгә яҡын бала йөрөй.

«Беҙ мәктәпкәсә белем биреүҙе үҫтереүгә күп көс һалабыҙ. Һуңғы йылдарҙа 8 мең урынлыҡ 50 балалар баҡсаһы төҙөлдө. Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса илдә балалар баҡсаларын капиталь ремонтлау һәм йыһазландырыу программаһы башланды», – тине Радий Хәбиров.

Киләһе өс йылда 16 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында ремонт эштәрен башҡарыу планлаштырыла. Уларҙың барыһы ла заманса ҡорамалдар, уйындар һәм уйынсыҡтар менән йыһазландырыла.

Радий Хәбиров Башҡортостанда дәүләткә ҡарамаған мәктәпкәсә секторға әүҙем ярҙам күрһәтелеүе хаҡында һөйләне.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала «Мәктәпкәсә белем биреү сертификаты» проекты тормошҡа ашырыла. 2025 йылда 1725 сертификат бирелгән. 2020 йылдан шәхси балалар баҡсаларында өс йәшкә тиклемге балалар өсөн 1500-ҙән ашыу өҫтәмә урын булдырылған.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров балалар баҡсаларының йәш тәрбиәселәренә юғары педагогик оҫталығы, тырышлығы, һөнәренә тоғролоғо һәм балаларҙы яратыуҙары өсөн рәхмәт белдерҙе.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-09-26/radi-habirov-vruchil-granty-glavy-bashkortostana-molodym-pedagogam-4403026

Автор:Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас: