«Башинформ»дың үҙ сығанағы хәбәр итеүенсә, Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Алексей Касьянов вазифаһын ҡалдырҙы.
Агентлыҡҡа билдәле булыуынса, ул Башҡортостан Республикаһында икенсе вазифала эшләүен дауам итеүе мөмкин.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ» яҙғанса, Алексей Касьянов 2021 йылдың мартында республика буйынса баш федераль инспектор вазифаһына тәғәйенләнде. Һигеҙ йыл Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығы етәксеһе булып эшләй, һуңынан ведомство-ара Йәмәғәт именлеге советын етәкләй.