Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
83
+0.16
98.3
+0.41
67.78
-0.17
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
15 Сентябрь , 13:15

Баймаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы һайланды

Ирек Хисмәтуллин Баймаҡ ҡалаһының яңы мэры итеп тәғәйенләнде.

Баймаҡ районы хакимиәте
Фото:Баймаҡ районы хакимиәте

Конкурс һәм ҡала советы депутаттарының асыҡ тауыш биреү йомғаҡтары буйынса, ҡала башлығы итеп Ирек Хисмәтуллин һайланды. Баймаҡ районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быға тиклем чиновник Баймаҡ ҡалаһы торлаҡ фондының идарасы компанияһына етәкселек иткән.

Бынан алдараҡ Башинформ Баймаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Радмир Иҫәнбаевтың вазифаһын ҡалдырыуы тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-09-15/v-bashkirii-naznachili-glavu-administratsii-baymaka-4388214

Автор:Инсаф Хужабиргәнов
Читайте нас: