Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
0 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
11 Сентябрь 2025, 09:14

Путин кредит каникулдары тураһында законға ҡул ҡуйҙы

Улар менән эшҡыуарҙар һәм үҙмәшғүлдәр файҙалана ала.

1 октябрҙән үҙмәшғүлдәр, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре 5 йылға бер тапҡыр алты айға тиклем кредит каникулдары алырға мөмкин. Рәсәй президенты июль айында тейешле законға ҡул ҡуйҙы, тип иҫкә төшөрә федераль киң мәғлүмәт саралары.

Кредит 2024 йылдың 1 мартынан һуңыраҡ алынған һәм уның максималь күләме:

үҙмәшғүлдәргә – 10 миллион һум,

микропредприятиеларға – 60 миллион һум,

бәләкәй предприятиеларға – 400 миллион һум,

урта предприятиелар өсөн 1 млрд һумдан артмаған осраҡта кредит каникулдары бирелә.

Льготалы осорҙа процент өҫтәлеп бара.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-09-10/putin-podpisal-zakon-o-kreditnyh-kanikulah-4382684

Автор: Элина Әхмәтова
Читайте нас