05:24 (UTC+5), 10 Сентября 2025

Мәскәүҙә Өфөлә еңел атлетика манежын төҙөү мөмкинлектәрен тикшерҙеләр

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә Рәсәйҙең спорт министры Михаил Дегтярев менән осрашты. Был хаҡта республика етәксеһе социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙып сыҡты.

Фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Ләйлә Аралбаева

«Рәсәй Федерацияһының Спорт министрлығы – беҙҙең иң мөһим партнерҙарҙың береһе. Шуға күрә уның етәксеһе Михаил Дегтярев менән республикала физкультураны һәм спортты үҫтереү мәсьәләләрен тикшереү өсөн даими осрашып торорға һөйләштек. Ошондай даими уртаҡ эш кенә һөҙөмтә бирә», — тип яҙҙы республика Башлығы.

Радий Хәбиров Михаил Владимировичҡа республикабыҙға даими һәм әүҙем ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе. Министрлыҡ яғынан иғтибарҙың булыуы һөҙөмтәһендә, ҡатмарлы осорға ҡарамаҫтан, Башҡортостанда спорт инфраструктураһы объекттарын төҙөү эштәре йылдам бара.

Һөйләшеү темаларының береһе Өфөлә еңел атлетика манежын төҙөү перспективаларына арналды.

«Был объект республикабыҙға бик кәрәк. Еңел атлетика – популяр спорт төрө, ә республикала ябыҡ еңел атлетика манежы бер ҡасан да булманы», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Осрашыуҙа Башҡортостанда халыҡ-ара һәм федераль саралар ойоштороу хаҡында ла һүҙ барҙы. Атап әйткәндә, быйыл декабрҙә республикала һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар араһында тәүге БДБ уйындары үткәрелә, 2026 һәм 2028 йылдарҙа иһә Башҡортостан Рәсәйҙең төп спорт ярыштарын – Йәйге һәм ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса иң көслөләр спартакиадаһын ҡабул итергә әҙерләнә.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-09-09/v-ufe-obsudili-perspektivy-stroitelstva-legkoatleticheskogo-manezha-4381373

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика