3 сентябрҙән Бөрө ҡалаһы мэры вазифаһын Өфөнөң Октябрь районы Төҙөкләндереү хеҙмәтенең элекке директоры Юрий Иванов башҡара. Ҡала советында уның кандидатураһын хупланылар, тип хәбәр иттеләр Бөрө районы хакимиәтенән.
Билдәле булыуынса, Юрий Иванов 1975 йылдың 8 февралендә тыуған. Бөрө хакимиәтенең финанс идаралығында һәм Башҡортостандың Финанс министрлығында, шулай уҡ «Башавтотранс»тың Бөрө филиалы етәксеһе булып эшләгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда Көйөргәҙе һәм Әбйәлил райондары башлыҡтары эшкә тотондо.
https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-09-03/i-o-mera-birska-stal-yuriy-ivanov-4371341