08:29 (UTC+5), 27 Август 2025

Башҡортостан делегацияһы «Иннопром. Беларусь» күргәҙмәһендә ҡатнаша

Фото: Радий Хәбировтың телеграм-каналы
Роман Якимчук

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Белоруссия премьер-министры урынбаҫары Виктор Каранкевич менән осрашты. Улар партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен артабан үҫтереү тураһында фекер алышты. Был хаҡта республика етәксеһе социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙып сыҡты.

«Беҙ ошо илдең ҙур делегацияһын Башҡортостанда сәләмләүебеҙгә шатбыҙ. Бындай осрашыуҙарҙы даими үткәрәбеҙ. Улар беҙгә берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырғанда килеп тыуған мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итергә, пландарға төҙәтмәләр индерергә, төрлө тармаҡтарҙа үҙ-ара эш итеүгә ҡағылышлы Юл картаһын актуалләштерергә мөмкинлек бирә», – тине Радий Хәбиров һәм Беларусь Башҡортостандың төп тышҡы иҡтисади партнеры булып ҡалыуын әйтеп үтте.

Дуҫтарса мөнәсәбәттәге республикаларҙың сәнәғәт, ауыл хужалығы, фән, мәҙәниәт, туризм һәм башҡа өлкәләрҙә хеҙмәттәшлеге дауам итә. Быйыл көҙ Башҡортостан делегацияһының «Иннопром. Беларусь» халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнашыуы көтөлә.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостан уҡыусыларының Белоруссияла ял итеүе тураһында яҙғайны.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-08-27/delegatsiya-bashkirii-primet-uchastie-v-vystavke-innoprom-belarus-4363471

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика