МХО ветераны, Батырлыҡ ордены һәм «Батырлыҡ өсөн» миҙалы кавалеры Оскар Ситдиҡов Башҡортостан Башлығы ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнде. Республика етәксеһе Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә ошо турала хәбәр итте.
«Уҙған аҙнала Оскар Эхтибар улы Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәтен тамамлап, республиканың идара итеү командаһында эш башланы, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Уңыштар теләйбеҙ».
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Оскар Ситдиҡов Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса бойомға ашырылған «Геройҙар ваҡыты» федераль кадрҙар проектының беренсе ағымында уҡып сыҡты. Радий Хәбиров – уның остазы.
Белешмә:
Оскар Ситдиҡов 1989 йылдың 14 ғинуарында Белорет районының Үҙәнбаш ауылында тыуған. Советтар Союзы маршалы Семён Буденный исемендәге Хәрби элемтә академияһын тамамлай. 2007 йылдан төрлө вазифаларҙа Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт бурысын үтәй. 2022-2024 йылдарҙа махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Батырлыҡ, генерал Шайморатов ордендары, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.