06:52 (UTC+5), 19 Августа 2025

Трамп Путинға Зеленский менән һөйләшеү һөҙөмтәләре тураһында хәбәр итте

Владимир Путин Трамп менән 18 августа Вашингтонда Зеленский һәм Европа илдәре лидерҙары ҡатнашлығында үткән һөйләшеү һөҙөмтәләре тураһында әңгәмәләште. Телефондан һөйләшеүҙә Рәсәй һәм АҠШ президенттары украин һәм башҡа халыҡ-ара мәсьәләләр буйынса үҙ-ара килешеп эш итеүҙе нығытыу идеяһын тикшерҙе.

Фото: kremlin.ru
Иван Вавилов

Рәсәй Федерацияһы Президенты ярҙамсыһы Юрий Ушаков хәбәр итеүенсә, дәүләт башлығы Трамптың Украиналағы хәлде яйға һалыуға килтергән ҡарарҙар эҙләүҙәге тырышлығы мөһим булыуын билдәләне.

«Артабан Владимир Путин һәм Дональд Трамп Рәсәй һәм Украина делегациялары араһында туранан-тура һөйләшеүҙәрҙе дауам итеүҙе хуплауҙарын белдерҙе. Атап әйткәндә, Украина һәм Рәсәй яҡтары вәкилдәренең, йәғни туранан-тура һөйләшеүҙәрҙә ҡатнашҡан вәкилдәрҙең кимәлен күтәреү мөмкинлеген өйрәнергә кәрәк тигән идея тикшерелде. Владимир Путин һәм Дональд Трамп артабан да бер-береһе менән украин һәм башҡа халыҡ-ара мәсьәләләр буйынса тығыҙ бәйләнештә булырға һөйләшеп килеште».

Путин Америкалағы коллегаһына Аляскалағы йылы осрашыу һәм ҡунаҡсыллыҡ, Украина кризисын тыныс юл менән көйләү йүнәлешендә өлгәшелгән алға китеш өсөн рәхмәт белдерҙе, тип өҫтәне Ушаков.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ике илдерҙың Алясканың Анкоридж ҡалаһында осрашыуы ике сәғәт 45 минут дауам итте. Трамптан башҡа, унда дәүләт секретары Марко Рубио һәм АҠШ президентының махсус илсеһе Стив Уиткофф, Рәсәй яғынан Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров һәм Юрий Ушаков ҡатнашты.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-08-19/tramp-rasskazal-putinu-ob-itogah-svoego-razgovora-s-zelenskim-4353529

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика