06:14 (UTC+5), 13 Августа 2025

Башҡортостанда йәйге кафеларҙа алкоголь һатыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары дөйөм туҡланыу объекттарының миҙгел осоронда эшләгән залдары эшмәкәрлеген көйләүгә ҡағылышлы ҡануниәткә үҙгәрештәр индерҙе. Был хаҡта Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

Галина Бахшиева

Дәүләт Йыйылышында белдереүҙәренсә, ике шартты мотлаҡ үтәгәндә генә йәйге верандаларҙа алкоголде ваҡлап һатырға мөмкин (дөйөм туҡланыу предприятиеларында алкоголде ваҡлап һатыу талаптарын ҡәтғи үтәгән, шулай уҡ миҙгел ваҡытында эшләгән залдың билдәләнгән талаптарға тап килеүе тураһында махсус һығымта булған осраҡта).

Бындай һығымтаны республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан алырға була. Башҡортостан парламентында был «алкоголь әйләнешен тәртипкә килтереүгә һәм граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлауға булышлыҡ итер» тип иҫәпләйҙәр.

Хәмер һатыу рөхсәт ителгән залдарҙы (зоналарҙы) урынлаштырыуға һәм йыһазландырыуға аныҡ талаптар, шулай уҡ һығымта алыу тәртибе республика хөкүмәтендә билдәләгән.

Бынан алдараҡ Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары яңы парламент миҙгеленә закон проекттары буйынса эш планын раҫланы. Йыл аҙағына тиклем 40-тан ашыу яңы закон ҡабул итеү планлаштырыла, тип хәбәр иткәйне Башинформ.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-08-13/v-bashkirii-prinyat-zakon-o-prodazhe-alkogolya-v-letnih-kafe-4347589

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика