

Азат Бадранов, элеккесә, хакимиәт етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары вазифаһын биләй.
Әхмәтвәлиев Искәндәр Рәүеф улы 1975 йылда Өфөлә тыуған. Өфө дәүләт сәнғәт институтын, республика Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған.
Милли йәштәр театрында актер, Өфө «Нур» дәүләт татар театрында ҡуйыусы режиссер булып эшләй. 2007-2008 йылдарҙа – «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының генераль директоры урынбаҫары. 2008-2010 йылдарҙа – З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының режиссура кафедраһында өлкән уҡытыусы. 2010-2011 йылдарҙа – «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире урынбаҫары.
2011–2019 йылдарҙа – Башҡортостан Президентының Граждандарҙың һәм ойошмаларҙың мөрәжәғәттәре менән эшләү идаралығында бүлек мөдире, идаралыҡ начальнигы урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһы Башлығының Граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән эшләү һәм уларҙы ҡабул итеү идаралығы начальнигы, Башҡортостан Республикаһы Башлығының Муниципаль берәмектәр менән үҙ-ара эш итеү идаралығы начальнигы.
2019 йылдан Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары вазифаһында эшләй.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.