05:12 (UTC+5), 06 Августа 2025

Светлана Верещагина республиканың туризм министры итеп тәғәйенләнде

Фото: Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайты
Галина Бахшиева

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбирвтың указы менән Светлана Верещагина республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры итеп тәғәйенләнде.

Республика етәксеһенең икенсе указы менән Зөһрә Гордиенко үҙ теләге менән ошо вазифанан бушатылды.

Белешмә:

Верещагина Светлана Михайловна 1982 йылдың 10 февралендә Күмертау ҡалаһында тыуған. Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһын, Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 2004 йылда «Башҡортостан тимер юл банкы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә башлай. 

2005-2011 йылдарҙа коммерция ойошмаларында төрлө вазифаларҙа эшләй.

2011-2013 йылдарҙа – Бөрө районы хакимиәтенең иҡтисади үҫеш, сәнәғәт һәм инвестициялар бүлегенең баш белгесе.

2013-2014 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетының сауҙа, ҡулланыусылар кооперацияһы һәм халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү бүлегенең әйҙәүсе белгес-эксперты.

2014-2016 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетының сауҙаны һәм көнкүреш хеҙмәттәрен координациялау бүлеге начальнигы урынбаҫары.

2016-2017 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетының контроль саралар бүлеге начальнигы урынбаҫары.

2017-2020 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Иҡтисади үҫеш министрлығының инвестиция эшмәкәрлеге идаралығының инвестиция үҫеше бүлеге начальнигы.

2020-2022 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы «Һөт кухняһы» предприятеһы директорының дөйөм һәм ойоштороу мәсьәләләре буйынса урынбаҫары.

2022-2024 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры урынбаҫары.

2024-2025 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш һәм инвестиция эшмәкәрлеге министры урынбаҫары.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-08-05/minturizma-bashkirii-vozglavila-svetlana-vereschagina-4339049

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика