10:46 (UTC+5), 01 Июля 2025

Радий Хәбиров Урта һөнәри белем биреү буйынса республика советы ултырышын үткәрҙе

Министрлыҡ, ведомство һәм уҡыу йорттары етәкселәре республика колледждарында тәрбиә эшен ойоштороу тураһында фекер алышты.

Элина Әхмәтова

Башҡортостан Башлығы Урта һөнәри белем биреү буйынса республика советының сираттағы ултырышын үткәрҙе. Ул Евразия ғилми-белем биреү үҙәге вуз-ара студенттар кампусының Геном үҙәге майҙансығында үтте.

Радий Хәбиров үҙенең сығышында Башҡортостандың һәм тотош илдең киләсәк үҫеше студенттар коллективтарының әхлаҡи мөхитенә һәм йәштәрҙең әхлаҡи ҡараштарына бәйле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Һөнәри белем биреү системаһының республикабыҙ өсөн оло әһәмиәткә эйә булыуын аңлайбыҙ. Шуға күрә, ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, тәү сиратта уҡыу йорттарының матди-техник базаһын нығытыуға етди иғтибар бүләбеҙ, – тип билдәләне республика етәксеһе.

2024 йылда республика бюджеты 15 колледждың биналарын төҙөкләндереү өсөн аҡса бүлде. Дөйөм ятаҡтарҙы ремонтлауға йыл һайын 500-шәр миллион һум йүнәлтелә.

2025 йылдан колледждарҙы капиталь ремонтлау федераль программаһы эшләй башланы. Ике йыл эсендә республикала ете учреждениела ремонт эштәрен башҡарыу планлаштырыла.

Республиканың барлыҡ дәүләт колледждарында тәрбиә эштәре буйынса кәңәшсе вазифаһы индерелде. Даими рәүештә студент слёттары һәм активистар менән осрашыуҙар ойошторола. Республика колледждарында «Беренселәр хәрәкәте»нең 99 беренсел бүлексәһе булдырылды. Колледж студенттары һәм педагогтары өсөн ай һайын «Белем.Төбәктәр» проекты сиктәрендә күсмә лекциялар үткәрелә.

Башҡортостан Башлығы йәштәр менән эшләүҙең бер нисә өҫтөнлөклө йүнәлешен билдәләне. Улар иҫәбендә – колледж студенттарын йәмәғәтселек һәм ирекмәндәр эшмәкәрлегенә, төҙөлөш отрядтары эшенә йәлеп итеү.

Ултырышта ҡатнашыусылар йәштәргә әхлаҡи-патриотик тәрбиә биреүҙең уңышлы тәжрибәләре һәм уларҙы йәмәғәт тормошона йәлеп итеү тураһында докладтар менән сығыш яһаны. Радий Хәбиров колледж етәкселәренә ошондай проекттар өсөн рәхмәт белдерҙе. Республика етәксеһе уҡыу йорттары директорҙарына һөҙөмтәле һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-07-01/radiy-habirov-provyol-respublikanskiy-sovet-po-srednemu-profobrazovaniyu-4297112

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика