Мишкә районы хакимиәтенең элекке етәксеһе Павел Трапезников Бөрө районы башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Был турала Радий Хәбиров республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә белдерҙе.
«Бөрө районы бик ҙур, үҫешә, шуға күрә һеҙгә уңыштар теләйбеҙ», — тине Хәбиров.
Мишкә районы етәксеһе вазифаһын башҡарыу бурысы Лариса Александроваға йөкмәтелде. Бынан тыш, Айҙар Абдуллин контракт буйынса Дыуан районы башлығы итеп тәғәйенләнде.