10:17 (UTC+5), 11 Июнь 2025

Башҡортостан Башлығы террорҙан һаҡланыу сараларын көсәйтергә ҡушты

Фото: Азат Мөхәмәтйәнов
Ләйсән Закирова

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика террорға ҡаршы комиссияһының һәм оператив штабтың берлектәге ултырышын үткәрҙе. Унда профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар, оператив хеҙмәттәр һәм көс структуралары етәкселәре, шулай уҡ предприятиелар вәкилдәре ҡатнашты.

Ултырышта инфраструктура һәм сәнәғәт объекттарын террор хәүефенән һаҡлау мәсьәләһе тикшерелде. Радий Хәбиров төбәктә объекттарҙы теракттарҙан, шул иҫәптән пилотһыҙ аппараттарҙан һаҡлау буйынса тейешле саралар күрелеүен билдәләне. Ул әлеге хәлде иҫәпкә алып, өҫтәмә саралар әҙерләргә ҡушты.

Шулай уҡ ултырышта йәштәр араһында терроризм идеологияһын һәм неонацизм идеяларын таратыуға юл ҡуймау тураһында һүҙ барҙы. Ошо эш өсөн яуаплы белгестәрҙең һөнәри әҙерлек кимәлен күтәреү мөһим, тип билдәләне республика  етәксеһе.

Мәғариф һәм йәштәр министрҙары һүҙҙәренсә, уҡытыусылар һәм йәштәр ойошмалары активистары өсөн белем биреү программалары әҙерләнгән. Бынан тыш, Башҡортостанда мәктәп уҡыусылары һәм студенттар араһында, шул иҫәптән федераль эксперттар ҡатнашлығында иҫкәртеү саралары даими үткәрелә.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-06-11/glava-bashkirii-poruchil-usilit-mery-antiterroristicheskoy-zaschity-4274081

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика